Һынау. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search



Һынау



- Яҙмыш, ниңә рәхимһеҙһең миңә,
Бер-бер артлы яуа һынауҙар?!
Һыуыҡ тартып ыжғыр буран килә,
Ҡар артынан килә ҡырауҙар.

Өшөнөм дә... Туңды ҡанаттарым,
Бер елпергә етмәй хәлдәрем...
- Зарланмасы... Көсөң етә һинең...
Бурысың бит - хатта боҙлоҡта ла
Таба белеү йәшәү йәмдәрен.

- Яҙмыш, ниңә улай булғас һинең
Тигеҙ түгел бүлгән өлөшөң,
Берәүҙәргә ел-ямғыр ҙа теймәй,
Уңыш яуа.
Кемгә - гел өшөү?!

- Быныһы ла - һынау... Кемдәргәлер
Күтәреүе ауыр еңелде,
Осона ла, янып юҡҡа сыға,
Еңел йөк тә - бәхет түгелдер.

- Ә шулай ҙа мин көнләшәм уға,
Мин дә хаҡлы ерҙә йәннәткә.
- Көнсөллөк ул - иң ауыры йөктөң,
Ҡанат һыныр, шул хис йән өтһә...


2014